Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостандың иң яҡшы механизаторҙары — автомобиль хужалары билдәле булды

31 Октябрь 2016
34
0
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы механизаторҙар араһында уңыш йыйыу йомғаҡтары буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Еңеүселәргә автомобилдәр тапшырыла. 

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов аграрийҙар араһында конкурс үткәрергә «Баҫыу көнө-2016» республика семинар-кәңәшмәһендә тәҡдим иткәйне. 

«Йәмғиәт яҡшы эшләүселәрҙе күрергә һәм ошонан сығып, һығымта яһарға тейеш. Тырыш хеҙмәт өсөн яҡшы бүләктәр бирергә кәрәк», — тип билдәләне шул саҡта Рөстәм Хәмитов. 

Төрлө номинацияларҙа конкурс еңеүселәре иҫәбендә — 10 кеше. Улар араһында Баймаҡ районынан Зәки Ҡотлоғужин, Хәйбулланан Виктор Попов, Саҡмағоштан Самат Рухлбаянов, Ауырғазынан Ринат Мәғҙәнов, Стәрлетамаҡтан Ирек Ниғмәтуллин, Дүртөйлөнән Динар Хамматов, Илештән Булат Миңнуллин, Шишмәнән Алик Бикбулатов, Дәүләкәндән Александр Капустин һәм Баҡалынан Николай Хәбиров бар. 

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 3 ноябрҙә Өфөлә үтә. 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева

  • Башҡортостандың иң яҡшы механизаторҙары — автомобиль хужалары билдәле булды