Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостандың баш ҡалаһын «Апимондия - 2021» конгресын уҙғарыу майҙансығы сифатында һайлау законлы – Рөстәм Хәмитов

4 Октябрь 2017
33
0

Өфөнө конгрестың баш ҡалаһы сифатында һайлау законлы, тип аңлатма бирҙе республика Башлығы 2021 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында «Апимондия» халыҡ-ара конгресын һәм «АпиЭКСПО» күргәҙмәһен уҙғарыу тураһындағы ҡарарға.

«Беҙҙәге кеүек башҡа бер ерҙә лә умартасылыҡҡа ҙур иғтибар бүленмәй. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡырағай балды йыйыу – солоҡсолоҡ буйынса йолаларын һаҡлайбыҙ. «Башҡорт балы» тигән төшөнсә республикабыҙ өсөн ысын брендҡа һәм, һис шикһеҙ, юғары сифат билдәһенә әйләнде, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Конгресты Рәсәйҙә уҙғарыу умартасылыҡ тармағын үҫтереүгә яңы көс бирер, белгестәребеҙҙең тәжрибәһен байытыр тип ышанам. Шул уҡ ваҡытта ул «башҡорт балы» брендын бөтә донъяға танытырға, продуктыбыҙ өсөн яңы һатыу баҙарҙарын асырға мөмкинлек бирәсәк. Шуны өҫтәгем килә: ғаризабыҙҙың еңеүе йәнә бер тапҡыр Башҡортостандың баш ҡалаһы статусын халыҡ-ара конгресс үҙәге сифатында раҫлай. Бында ҙур халыҡ-ара саралар уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. «Апимондия-2021» конгресының Рәсәйҙә иң юғары кимәлдә үтәсәгенә шикләнмәйем».

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова.

  • Башҡортостандың баш ҡалаһын «Апимондия - 2021» конгресын уҙғарыу майҙансығы сифатында һайлау законлы – Рөстәм Хәмитов