Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Төбәктә һөт етештереү артҡан

2 Ноябрь 2017
13
0

Башҡортостанда һөт етештереү арта, тип мәғлүмәт бирҙеләр республика Ауыл хужалығы министрлығында.

Хәҙер һәр һыйырҙан уртаса 12,2-шәр килограмм һөт һауып алалар, ул былтырғыға ҡарағанда 0,6 килограмға күберәк.

Учалы районы хужалыҡтары – иң һөтлөһө – һәр һыйырҙан 20,9-шар килограмм һөт бирә. Саҡмағош районында был күрһәткес – 15,6, Туймазыла һәм Ауырғазыла 15,2 килограммға тиң.

Йыл башынан республикала һәр баш малға уртаса 4332-шәр килограмм һөт тура килә, ул уҙған йыл күрһәткестәренән 214 килограмға күберәк.

Учалы һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары һәр һыйырҙан һауым буйынса алдынғылыҡты биләй – йыл башынан 6823 һәм 5985 килограмм һөт алғандар.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева.

  • Төбәктә һөт етештереү артҡан