Республиканың ике районында бешмә ауырыуы буйынса карантин тамамлана
Башҡортостандың Туймазы һәм Бүздәк райондарында бешмә ауырыуы буйынса карантин тамамлана. Сикләү 21 көнгә индерелгәйне. 7 ноябрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың матбуғат конференцияһында бешмә ауырыуы буйынса карантин мәсьәләһенә нөктә ҡуйыла.
Алдан Башҡортостан Ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев, 7 ноябрҙә карантин тулыһынса тамамлана, тип хәбәр иткәйне. Уның һүҙҙәренсә, бешмә ауырыуына ҡаршы вакцина яһалған мал да хәүеф тыуҙырмай. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 100 меңләп эре һәм ваҡ мөгөҙлө мал вакцинацияланған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина.
