Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостанда ауыл хужалығы буйынса йәш белгестәргә ниндәй субсидиялар һәм ташламалар тәҡдим ителәсәк

12 Декабрь 2017
39
0


Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса I форум даирәһендә ауыл хужалығы белгестәрен йәлеп итеү һәм беркетеү буйынса пландар билдәләнде. Хеҙмәт ресурстары темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл барышында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамы механизмына киләһе үҙгәрештәр индерҙе:

юғары белемле белгестәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе – 500 мең һумғаса, урта профессиональ белемле белгестәр өсөн 300 мең һумға саҡлы арттырыу;

эш биреүсенән уртаса айлыҡ эш хаҡын уртаса тармаҡ әһәмиәте кимәленән кәм итмәүен талап итеү;

муниципалитеттарға йәш белгестәргә ярҙам итеү программаһын булдырыуға йөкләмә биреү;

эш хаҡына 7000 һәм 4000 кимәлендәге айлыҡ өҫтәмәләрҙе бөтөрөү;

дәүләт ярҙамын алыусылар һанын 140 кешегә саҡлы кәметеү – юғары белемле 70 белгес һәм урта профессиональ белемле 70 белгес.

Был шарттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә йәш белгестәрҙе тармаҡта нығытыу 2025 йылға тиклем 20 проценттан 50 процентҡа саҡлы артасаҡ тип күҙаллана, ә ауыл хужалығы предприятиеларында кадрҙар ағымы 20 проценттан уҙмаясаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ағымдағы йылдың август айында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының киңәйтелгән кәңәшмәһендә йәш аграрийҙар өсөн дәртләндереү сараларын 500 мең һумға ҡәҙәр арттырырға тәҡдим итте.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина.

  • Башҡортостанда ауыл хужалығы буйынса йәш белгестәргә ниндәй субсидиялар һәм ташламалар тәҡдим ителәсәк