Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

16 һәм 17 декабрҙә Өфөлә ит йәрминкәләре үтә

14 Декабрь 2017
32
0
16 һәм 17 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Өфөнөң бөтә райондарында ойоштороласаҡ йәрминкә майҙансыҡтарында республика етештереүселәренән ит, йәшелсә һәм башҡа тауар һатып алырға мөмкин.

Шәмбе киләһе йәрминкә майҙансыҡтары эшләй:

— Дим районында — «Магнит» гипермаркеты алдында (Дағстан урамы,2);

— Калинин районында — Интернациональ урамында — Машина эшләүселәр урамы менән киҫелештә;

— Ленин районында — Солтанов урамындағы 2-се йорт эргәһендә һәм Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында;

— Орджоникидзе районында — Орджоникидзе исемендәге майҙанда;

— Совет районында — Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.

Шәмбе һәм йәкшәмбе йәрминкә майҙансыҡтары ике районда эшләй:

— Киров районында – Эшсе хәбәрселәр урамы 5-7;

— Октябрь районында — Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм Сипайловола – Рыльский урамы буйлап аллеяла.

9- һәм 10 декабрҙә ауыл хужалығы йәрминкәһендә республиканың 38 районы вәкиле үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Ике көндә өфөләргә 109 тонна ит, 10 тонна ҡош ите һәм биш тонна бал һатылды.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева. 
  • 16 һәм 17 декабрҙә Өфөлә ит йәрминкәләре үтә