Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостанда һыйырҙарҙың һөт продуктлылығы буйынса йомғаҡ яһалды

14 Декабрь 2017
54
0

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һыйырҙарҙың продуктлылығы буйынса йомғаҡ яһаны. Республикала 140 мең баш һөтлө һыйыр иҫәпләнә. Йыл башынан алып 11 айҙа предприятиелар һәм фермер хужалыҡтары 650,5 мең тонна тауар һөтө етештергән (былтырғы һауымдан 0,6 процентҡа күберәк).

Ғәҙәттәгесә Илеш, Дүртөйлө, Туймазы, Ауырғазы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары һөт буйынса алдынғы төбәктәр. Быйыл уларға Көйөргәҙе, Дыуан, Яңауыл, Бөрө, Бәләбәй һәм башҡа райондар ҡушылды.

Тәүге өс төбәккә Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы (тәүлегенә уртаса һауым 34 килограмм), Илеш районының «Уңыш» хужалығы (33,3 кг), Учалы районының «Байрамғол» агрофирмаһы (32,3 кг) инде. Рейтинг аҙағында уртаса тәүлек һауымы 22 килограмм тәшкил иткән хужалыҡ.

Ошондай продуктлылыҡта йыл йомғаҡтары буйынса бер һыйырға дөйөм һауым 9-10 мең килограмм кимәлендә көтөлә.

Иң яҡшы хужалыҡтар һәм һауыу операторҙары рейтингы менән бында танышырға мөмкин.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина.

  • Башҡортостанда һыйырҙарҙың һөт продуктлылығы буйынса йомғаҡ яһалды