Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Өфөлә «ИТ Фест — 2017» ит фестивале ойошторола

19 Декабрь 2017
41
0

30 декабрҙә Салауат Юлаев майҙанында Яңы йыл алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн йолаға әүерелгән «ИТ Фест — 2017» ит фестивале уҙғарыла.

Быйыл байрам «Яңы йыл өҫтәленә» девизы аҫтында ойошторолған. Бында эксклюзив фермер продукцияһы – сырҙар, бөтә төр иттән деликатестар тәҡдим ителә. Тәүге тапҡыр махсус урында Башҡортостанда етештерелгән балыҡ ризыҡтарын һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, барбекю, Яңы йыл сувенирҙары һәм уйынсыҡтары зоналары эшләй, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Халыҡты иртәнге сәғәт 10-дан киске 4-кә тиклем көтәләр.

Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәшәгәндәргә был көндө Орджоникидзе һарайы эргәһендәге майҙанда ит йәрминкәһе ойошторола.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, III «ИТ Фест -2017» фестивале яңы форматта уҙа, ул «Иҫ киткес Башҡортостан» төп яңы йыл сараларының береһе булмаҡсы. 2017 йылдың 29 декабренән 2018 йылдың 8 ғинуарына тиклем «Ватан» этно-паркында өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн күңел асыу программаһы ҡаралған. Был ваҡытта Ҡунаҡ тирмәһендә Ҡыш бабай менән осрашырға, шыршы уйынсыҡтарын яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға, Ҡарһылыу һәм республиканың төп Ҡыш бабайы менән интерактив программала ҡатнашырға мөмкин.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова.

  • Өфөлә «ИТ Фест — 2017» ит фестивале ойошторола