Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға 2017 йылда юҡҡа сыҡкан уңыш өсөн компенсация бүлде

20 Декабрь 2017
24
0

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға 2017 йылда юҡҡа сыҡкан уңыш өсөн 154,7 миллион һум бүлде. РБК-Өфө мәғлүмәте буйынса, Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, быйыл юҡҡа сыҡҡан уңыш өсөн 18 төбәк компенсация сифатында 1,4 миллиард һум ала.

Һүҙ 2017 йылдың йәйендә ауыл хужалығы етештереүселәренә «тәбиғи характерҙағы ғәҙәттән тыш хәл» килтергән зыян тураһында бара. Башҡортостан төбәктәр өсөн иң ҙур сумманың береһен – 154,7 миллион һум ала. Республикабыҙҙан күберәк Мордовия ала – 283,2 миллион. Башҡортостандан һуң өсөнсө урында Калининград өлкәһе килә – 150,6 миллион.

Баҫма хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостан юҡҡа сыҡҡан уңыш өсөн икенсе компенсация ала инде. Август айында уҙған йылғы уңыш өсөн шундай уҡ түләү килде.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина.

  • Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға 2017 йылда юҡҡа сыҡкан уңыш өсөн компенсация бүлде