Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

23 һәм 24 декабрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

21 Декабрь 2017
23
0

Башҡортостандың баш ҡалаһында 23 һәм 24 декабрҙә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Өфөнөң бөтә райондарында ойоштороласаҡ йәрминкә майҙансыҡтарында республика етештереүселәренән ит, йәшелсә, бал һәм башҡа тауар һатып алырға мөмкин.

Шәмбе киләһе йәрминкә майҙансыҡтары эшләй:

— Дим районында — «Магнит» гипермаркеты алдында (Дағстан урамы,2);

— Калинин районында — Интернациональ урамында — Машина эшләүселәр урамы менән киҫелештә;

— Ленин районында — Солтанов урамындағы 2-се йорт эргәһендә һәм Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында;

— Орджоникидзе районында — Орджоникидзе исемендәге майҙанда;

— Совет районында — Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.

Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре Киров районында (Эшсе хәбәрселәр урамы, 5) һәм Октябрь районында (Спорт һарайы алдындағы майҙанда), шулай уҡ Сипайловола ( Рыльский урамы буйлап аллеяла) эшләй.

Уҙған ял көндәрендә йәрминкәләрҙә Башҡортостандың 40 районы вәкиле өфөләргә үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Ике көндә 97,5 тонна ит, 8,6 тонна ҡош ите һәм 2,7 тонна бал һатылған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева.

  • 23 һәм 24 декабрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә