Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Яңы йыл «Ит-Фест» фестивалендә ҡайҙа нимә һатып алырға мөмкин

25 Декабрь 2017
51
0

Быйыл «Ит-Фест» фестивале 30 декабрҙә ике урында — Өфөнөң көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөндә ойошторола. Шәмбе Конгресс-холл янындағы майҙанда — ит һәм балыҡ деликатестары йәрминкәһе, амфитеатрҙа иһә күңел асыу программаһы була.

«Ит йәрминкәләре декабрь буйына эшләне, өфөләр үҙҙәренә запас туплағандыр, моғайын. Шуға күрә беҙ уларға байрам өҫтәленә һирәк осрай торған ризыҡтар һатып алырға мөмкинлек бирергә булдыҡ», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында.

Телеүҙәктәге йәрминкәгә 13 билдәле республика етештереүсеһе — ике ҙур предприятие һәм фермер хужалыҡтары килә, шуларҙың етәүһе — «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» конкурсы дипломанттары.

Черниковкалағы Орджоникидзе исемендәге һарай майҙанында традицион ит йәрминкәһе уҙа.

«Ит фестивале өсөнсө йыл үткәрелә. Тәүге ике йәрминкә ҡаты һыуыҡтарға тура килде. Быйыл һауа торошоноң һәйбәт булыуы көтөлә, был ҡала халҡына ит ризыҡтары һатып алыуҙан тыш, ял итергә һәм күңел асырға мөмкинлек бирәсәк, өҫтәүенә «Ит-Фест» «Иҫ киткес Башҡортостан» проектына ҡушылды, — тип билдәләне Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Азат Фазлыев. — Йәрминкәләрҙә хаҡтар баҙарҙағыға ҡарағанда түбәнерәк буласаҡ, сөнки беҙ сауҙа урындарын ҡуртымға алыу буйынса ойоштороу сығымдарын үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ».

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина.

  • Яңы йыл «Ит-Фест» фестивалендә ҡайҙа нимә һатып алырға мөмкин