Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостанда шәкәр етештереү күләме артҡан, сит илдәргә оҙатыла башлаған

26 Декабрь 2017
29
0

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң яҡшы уңышы шәкәр етештереүҙе 10 процентҡа арттырырға һәм уны экспортка оҙата башларға мөмкинлек биргән, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан.

Республикала хәҙер өс шәкәр заводы шәкәр эшкәртеү менән шөғөлләнә. Уларҙың тәүлегенә дөйөм ҡеүәте — 11 мең тонна. Заводты 24 шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән район: «Шишмә шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мәләүез шәкәр заводы» һәм «Раевка шәкәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сеймал менән тәьмин итә.

22 декабргә заводтар 1,3 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө әҙерләгән, 1,1 миллион тонна эшкәрткән, 160,4 мең тонна етештергән.

Быйыл Шишмә шәкәр заводы Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға, Монголияға, Ҡаҙағстанға, Тажикстанға, Грузияға һәм Төркиәгә дөйөм алғанда 7,3 мең тонна шәкәр оҙатҡан, ул етештерелгән күләмдең 13,5 проценты.

Бынан тыш, Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға 11,3 мең тонна шәкәр ебәреүгә килешеү төҙөлгән.

Башҡортостандың аграр ведомствоһында билдәләүҙәренсә, һуңғы өс йылда шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәренең майҙаны уртаса 50 мең гектар тәшкил итә. Быйыл тулайым шәкәр сөгөлдөрө йыйымы былтырғыға ҡарағанда 14,7 процентҡа күберәк – 1,6 миллион тонна тәшкил итә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева.

  • Башҡортостанда шәкәр етештереү күләме артҡан, сит илдәргә оҙатыла башлаған