Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

30 декабрҙә Өфөлә ит йәрминкәләре уҙа

28 Декабрь 2017
38
0

30 декабрҙә Өфөлә сираттағы ит йәрминкәләре үтә, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Урындағы етештереүселәр баш ҡаланың өс районында ит һәм тәбиғи ризыҡ тәҡдим итәсәк.

Атап әйткәндә, Киров районында, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда ғәҙәттәге «Ит Фест» яңы йыл ит фестивале уҙа.

Октябрь районында ауыл хужалығы йәрминкәләре Спорт һарай алдындағы майҙанда һәм Сипайловола (Рыльский урамы буйлап аллеяла) була.

Орджоникидзе районында ит һәм ауыл хужалығы продукцияһы Орджоникидзе исемендәге майҙанда һатыласаҡ.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева.

  • 30 декабрҙә Өфөлә ит йәрминкәләре уҙа