Яңылыҡтар
25 Октябрь 2017
26
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Savencia (Франция) компаниялар төркөмө президенты Алекс Бонгрэн менән осрашты. Осрашыу барышында Бәләбәй һөт комбинатын үҫтереү перспективалары һәм уның аҙыҡ-түлек төрлөлөгөн киңәйтеү, шул иҫәптән йомшаҡ сырҙар етештереүҙе ойоштороу мөмкинлеге тикшерелде. Хәтерегеҙгә...
25 Октябрь 2017
17
Республикала шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы былтырғы күрһәткестәрҙән артҡан. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 1,35 миллион тонна сөгөлдөр ҡаҙып алынған, 2016 йылда 1,22 миллион булған. Төбәктең ауыл хужалығы предприятиелары шәкәр заводтарына 782,1 мең тоннанан ашыу тамыраҙыҡ тапшырған, 450,5 мең тоннанан күберәк...
24 Октябрь 2017
12
Уҙған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә Башҡортостан халҡы 44,8 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек алған, уларҙан Өфөлә – 24,4 миллион һумға, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын һәм сәнәғәтен үҫтереү бүлеге. Баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре 13 майҙансыҡта үтте, унда...
24 Октябрь 2017
10
15-17 ноябрҙә Өфөлә II «Беҙҙең бренд» аҙыҡ-түлек фестивале ойошторола, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Күргәҙмә барышында аҙыҡ-түлек етештереүселәр конкурсын уҙғарыу, республиканың аҙыҡ-түлек баҙарындағы иң яҡшы продукцияны билдәләү ҡаралған. Ойоштороусылар...
20 Октябрь 2017
16
Республикала иген уңышы былтырғы күрһәткестәрҙән ярайһы уҡ уҙып киткән. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тулайым иген йыйыу 3,837 миллион тоннаға еткән. Бер йыл элек төбәктә 3,373 миллион тонна йыйып алынған. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы...
20 Октябрь 2017
21
Хәүеф янаған зонала бешмә ауырыуының яңы сығанаҡтары барлыҡҡа килеүе мөмкин түгел. Был хаҡта республика хөкүмәтендә үткән брифингта Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республиканың Туймазы, Шаран, Бүздәк һәм Бәләбәй райондарында малдарҙы тикшергәндән...
17 Октябрь 2017
11
Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Республика Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, уртаса уңыш гектарынан 306 центнерҙа 1,142 миллион тоннанан ашыу тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Баҫыуҙарҙан шәкәр заводтарына 367 мең тоннанан ашыу сығарылған. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң иң юғары...
17 Октябрь 2017
19
Башҡортостанда бешмә вирусы эҙемтәләрен бөтөрөү барышында 1,7 мең баш мал юҡ ителгән. Нигеҙҙә, эре мөгөҙлө малдар, кәзәләр һәм һарыҡтар, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә , бешмә вирусы Туймазы һәм Бүздәк райондарында теркәлде. Яҡынса...
17 Октябрь 2017
8
Башҡортостанда ҡарабойҙай йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Республика Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, ҡарабойҙай 123 мең гектар майҙандан йыйылған, ул пландан 97 процент тәшкил итә. Гектарынан уртаса уңыш 11,2 центнерҙа төбәктә 138 мең тонна самаһы ҡарабойҙай һуғылған. Быйыл уңыш буйынса...
16 Октябрь 2017
16
Рәсәй Президенты Владимир Путин йома, 13 октябрҙә, Воронежда ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы, тип хәбәр ителә kremlin.ru сайтында. Илдең тотош агросәнәғәт комплексын үҫтереү динамикаһы, шул иҫәптән бөртөклө культураларҙың иң юғары уңышы, малсылыҡ продукцияһын етештереү үҫеше...