Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы

Яңылыҡтар

Исемлек:
Баҫтырып сығарыу көнө:
Яңылыҡ йөкмәткеһе:
Проект:
Эшмәкәрлек:

20 Октябрь 2017
18
0
Хәүеф янаған зонала бешмә ауырыуының яңы сығанаҡтары барлыҡҡа килеүе мөмкин түгел. Был хаҡта республика хөкүмәтендә үткән брифингта Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республиканың Туймазы, Шаран, Бүздәк һәм Бәләбәй райондарында малдарҙы тикшергәндән...

20 Октябрь 2017
12
0
Республикала иген уңышы былтырғы күрһәткестәрҙән ярайһы уҡ уҙып киткән. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тулайым иген йыйыу 3,837 миллион тоннаға еткән. Бер йыл элек төбәктә 3,373 миллион тонна йыйып алынған. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы...

26 Октябрь 2017
5
0
Республика хужалыҡтарында яңы уңыш өсөн орлоҡ һалыу бара. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, яҙғы сәсеү өсөн 306 мең тоннанан ашыу орлоҡ әҙерләнгән, ул планға ҡарата 100 процент тәшкил итә. Яҙғы бөртөклөләр страховка фондына 40 мең тоннанан күберәк орлоҡ һалынған, ул планлаштырылған...

26 Октябрь 2017
7
0
Республикала етен йыйыу тамамлана. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 20 мең гектарҙан ашыу майҙанда етен һуғылған, был планға ҡарата 98,6 процент тәшкил итә. Башҡортостанда гектарынан уртаса уңыш — 9,7 центнер, 19,8 мең тонна етен алынған. Иң юғары уңыш Мәләүез...

26 Октябрь 2017
5
0
. Башҡортостанда һуң өлгөргән культураларҙы – көнбағышты һәм кукурузды йыйыу эштәре дауам итә. Көнбағыш – 60 процент, кукуруз 70 процент майҙандан йыйып алынған. Баймаҡ, Благовещен, Дыуан, Йылайыр һәм Илеш райондары предприятиелары көнбағышты тулыһынса йыйған. Төбәктә һәр гектарҙан уртаса уңыш 11,7...

25 Октябрь 2017
11
0
Республикала шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы былтырғы күрһәткестәрҙән артҡан. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 1,35 миллион тонна сөгөлдөр ҡаҙып алынған, 2016 йылда 1,22 миллион булған. Төбәктең ауыл хужалығы предприятиелары шәкәр заводтарына 782,1 мең тоннанан ашыу тамыраҙыҡ тапшырған, 450,5 мең тоннанан күберәк...

25 Октябрь 2017
17
0
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Savencia (Франция) компаниялар төркөмө президенты Алекс Бонгрэн менән осрашты. Осрашыу барышында Бәләбәй һөт комбинатын үҫтереү перспективалары һәм уның аҙыҡ-түлек төрлөлөгөн киңәйтеү, шул иҫәптән йомшаҡ сырҙар етештереүҙе ойоштороу мөмкинлеге тикшерелде. Хәтерегеҙгә...

24 Октябрь 2017
8
0
Уҙған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә Башҡортостан халҡы 44,8 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек алған, уларҙан Өфөлә – 24,4 миллион һумға, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын һәм сәнәғәтен үҫтереү бүлеге. Баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре 13 майҙансыҡта үтте, унда...

28 Октябрь 2017
12
0
Октябрь башында бешмә вирусы табылған Башҡортостандың тораҡ пункттарында һуңғы дезинфекцияны үткәрҙеләр. Атап әйткәндә, Ҡандра, Йәрмөхмәт, Үрмәкәй һәм Түбәнге Ҡаранйылға ауылдарында аҙбарҙарҙы һәм мал аҙығын һуңғы тапҡыр дезинфекцияланылар. Был эшкә республиканың 20 ветеринария белгесе, биш махсус машина...

31 Октябрь 2017
2
0
Башҡортостанда йыйылған шәкәр сөгөлдөрө уңышының яртыһынан күберәге заводтарға тапшырылған. 1,473 миллион тонна тамыраҙыҡтан 857 мең тонна самаһы эшкәртеүгә оҙатылған. 508 меңләп эшкәртелгән, тип мәғлүмәт бирҙе республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әлеге ваҡытта татлы тамыраҙыҡ...